02:07 (UTC+5), 23 Март 2017

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы Швейцария менән хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерҙе

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ив Россье менән осрашты. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Төрлө социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү перспективалары фекер алышыуҙың төп темаһы булды. Атап әйткәндә, финанс-банк кеүек хеҙмәттәшлек итеү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендә инвестиция йәһәтенән үҙ-ара килешеп эш итеү темалары ҡуҙғатылды.
Осрашыу барышында Мәскәүҙәге Швейцария илселегендә Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеүҙе ойошторорға әҙер булыуҙары билдәләнде, шулай уҡ төбәктә Швейцария компаниялары өсөн индустриаль парктар төҙөү перспективаһы ҡаралды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика