04:45 (UTC+5), 22 Март 2017

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә «Асыҡ диалог» акцияһы уҙасаҡ

Ксения Калинина
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 24 мартта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә «Асыҡ диалог» исемле масштаблы акция уҙа. Ул Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә уҙғарыла.
Акцияны башлап ебәреүсе – Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, ошо акция яҡшы йолаға әүерелде – иҫәп буйынса был өсөнсө «Асыҡ диалог».
«Асыҡ диалог» — торлаҡ милекселәре һәм идара итеүсе компаниялар араһында конструктив диалог майҙансығы. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә үҙҙәренең идара итеүсе компанияларҙың эше менән ентекләп танышыу, көнүҙәк һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тиҙ яуап алыу мөмкинлеге.
Акцияла Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Үҙәк йәмәғәт контроле вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Былтыр «Асыҡ диалог» барышында 500-ҙән ашыу кеше ҡабул ителде. Улар биргән һорауҙарҙың 90 процентын хәл итеп булды.
«Быйыл Башҡортостандың 20 муниципалитетынан 54 идара итеүсе компания алдағы «Асыҡ диалог»та ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ғаризалар ҡабул ителә әле, — тип хәбәр итте Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Олеся Титух . — «Асыҡ диалог» экологик шәмбе өмәләре алдынан уҙғарыла. Шуға күрә кешеләрҙең идара итеүсе компаниялар менән берлектә йорттарҙың эргә-тирә биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләргә фекер алышыу мөмкинлеге бар».
Акцияла ҡатнашыуҙарын раҫлаған ойошмаларҙың исемлеге менән бында танышырға мөмкин.
Сара иртәнге 11-ҙән киске 5-кә тиклем бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика