02:58 (UTC+5), 22 Март 2017

«Өфө-Ладья» кәсептәр фестиваленә республиканың 200 халыҡ рәссамы киләсәк

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 29-31 мартта республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» IV күргәҙмә-фестивале уҙа. Башҡортостан күргәҙмә компанияһы генераль директоры Альбина Килдеғолова хәбәр итеүенсә, сарала Башҡортостандың 43 районынан 200 һөнәрсе ҡатнашасаҡ. Сағыштырыу өсөн: 2014 йылдағы тәүге фестивалдә 18 муниципалитет ҡатнашты, 2015-тә – 33, 2016-ла – 40. Әлшәй, Бөрө, Ғафури, Нуриман, Хәйбулла, Яңауыл райондары, Сибай һәм Октябрьский ҡалалары даими ҡатнашыусылар булып ҡала.
Өфөгә илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, сит илдәрҙән: Мәскәү, Санкт-Петербург, Пушкин, Екатеринбург, Нолинск, Суздаль, Киров, Ял Саллы, Силәбе, Магнитогорск, Мейәс, Чебоксар, Ульяновск, Амурҙағы Комсомольск, Төньяҡ Кавказ, Ҡаҙағстандың халыҡ рәссамдары килә. «Ысынында иһә, был 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя фольклор байрамына әҙерлек», — тип билдәләне республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин.
Фестиваль программаһында 20-ләп оҫталыҡ дәресе күҙалланған, шул иҫәптән милли биҙәүестәр эшләү, шәл бәйләү, ағасҡа һүрәттәр төшөрөү буйынса. Күргәҙмә-һатыуға төрлө материалдарҙан эшләнгән бихисап әйберҙәр әҙерләнә. Ул – кейем-һалым, һауыт-һаба, сувенирҙар, картиналар, йыһаздар. Һөнәрҙәр фестивален республика биләмәһендә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың милли аш-һыу фестивале биҙәйәсәк.
«Бынан тыш, «Өфө-Ладья» — социаль йүнәлештәге проект. Бында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәрҙәрҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Уларға мөмкин тиклем ҙур ярҙам күрһәтелә», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Халыҡ-художество кәсептәре ассоциацияһы рәйесе Зөһрә Исмәғилева.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика