Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2017, 11:22
Өфөлә ремонтлау ҡаралған юлдарҙың яртыһы — ҡаланың төньяҡ өлөшөндә
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә ремонтлау ҡаралған юлдарҙың яртыһы — ҡаланың төньяҡ өлөшөндә. Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда майҙаны 1,1 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән 29 участканы ремонтлау күҙаллана. Шуларҙың 56 проценты ҡаланың төньяҡ өлөшөнә тура килә — 620,7 мең квадрат метр. Улар — Сельская Богородская, Ферин, Георгий Мушников, Сосновская, Чехов, Сипайлово, Маршал Жуков, А. Невский, Трамвай, Беренсе Май, Вологодская, Интернациональ, М. Горький, Ульяновтар урамдары кеүек мөһим ҡала магистралдәре.
2018 йылда майҙаны 1,03 миллион квадрат метрлыҡ 43 участканы ремонтлау ҡаралған. Шуларҙың 48 проценты — 494,3 мең квадрат метры Өфөнөң төньяҡ райондарына тура килә.
Теги:
юлдар
ремонтлау
план
Читайте нас: