11:37 (UTC+5), 22 Марта 2017

Башҡортостанда урман сәнәғәте кластеры ойошторола

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда урман сәнәғәте кластеры ойошторола. 22 мартта Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Килешеү төҙөлдө. Документҡа сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, төбәктә эшләгән ун ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Килешеү эшҡыуарлыҡты берлектә үҫтереү һәм идара итеүсе компания булдырыуҙы күҙ уңында тота. Уның сиктәрендә Әмзә урман комбинатында, «Башлеспром», «Сибайлеспром», «Селена»ла яңы етештереү ҡеүәттәрен төҙөү ҡаралған.
«Кластер ҙур һәм бәләкәй предприятиеларҙың бергә тупланыуын күҙ уңында тота. Был булған ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк», — тип билдәләне Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының урман сәнәғәте комплексы бүлеге начальнигы Илдар Әсәҙуллин.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, төбәктең урман сәнәғәте комплексына бөтә милек формаһындағы 1128 ойошма, шул иҫәптән 272 — ағас әҙерләү, 531 — ағас эшкәртеү, 324 мебель етештереү предприятиеһы, 1 урман химияһы комбинаты инә. 2016 йылда оҙатылған продукцияның күләме 7 миллиард һум тәшкил иткән, сәнәғәт етештереүе индексы — 138,6 процент.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика