07:13 (UTC+5), 20 Марта 2017

Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы асылды һәм киңәйергә ниәтләй

Кумертау хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы эшләй башланы. Рәсәйҙең көс структуралары өсөн махсус кейемдәр тегеүсе «Магеллан» компанияһы уҙған йылдың сентябрендә үткән инвестиция осрашыуында ҡатнашҡандан һуң ҡалала үҙенең филиалын асты. Инвесторҙар өсөн сарала Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары Ирина Макеева, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов, Рәсәй моноҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Күмертау хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Күмфаб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыу инвестиция осрашыуының тәүге һөҙөмтәһе булды. Әле предприятиела 34 кеше эшләй. Тағы ла 13 кеше уҡый, икенсе смена ойоштороу ҡарала. «Компаниялар төркөмө Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булыу һәм предприятиеның артабанғы эше өсөн уңайлы шарттар менән файҙаланыу маҡсатында Күмертауҙа тегеү фабрикаһын төҙөү вариантын ҡарай», — тип билдәләнеләр моноҡала хакимиәтендә.
«Күмертау» йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары тәүге биш йылда — 20 урынына 5 процент, киләһе биш йыллыҡта 10 процент күләмендә табышҡа һалым ставкаһын ҡуллана ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр мэрияла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика