12:13 (UTC+5), 20 Март 2017

«Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Төбәктәге «Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай. Банкта «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә «Башпромбанк»ты «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡушыу процесын тамамлау күҙаллана. Банк «Уралсиб» составында һәм бренды аҫтында эшләүен дауам итәсәк.
«Башпромбанк» клиенттары өсөн кредиттар, ипотека һәм вкладтар буйынса бөтә шарттар клиенттарҙың килешеү срогы тамамланғансы һаҡлана, тип аңлатма бирҙеләр банкта.
«Башҡортостан сәнәғәт банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — ҙур булмаған ситтән тороп хеҙмәтләндергән төбәк банкы. Тулыһынса тиерлек «Уралсиб» банкы контроле аҫтында. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — физик берәмектәрҙе кредитлау.
Финанс учреждениеһы үҙенең аҡсаһы иҫәбенә, шулай уҡ банк-ара кредиттар йәлеп итеү юлы менән капитал туплай.
2014 йылда «Уралсиб» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының «Башпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге устав капиталының 49,99996 процент өлөшөн һатып алыу буйынса килешеүҙе тамамланы. Килешеү һөҙөмтәһендә «Уралсиб» Башпромбанк акцияларының 100 процентын тиерлек үҙендә тупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика