09:02 (UTC+5), 17 Марта 2017

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда байрам көндәрен күсереү тураһында хәбәр итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда ял көндәрен күсереү тәртибен нығытҡан Рәсәй Хөкүмәте ҡарарының проектын әҙерләне.
2018 йылда бер нисә байрамдың ял көндәренә тура килеүен иҫәпкә алып, түбәндәге күсереү механизмы тәҡдим ителә. Байрамға тура килгән 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәрен (шәмбе һәм йәкшәмбе) 9 мартҡа һәм 2 майға күсереү күҙаллана.
Бынан тыш, ведомство 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәрен 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсерергә тәҡдим итә.
Шулай итеп, 2018 йылда түбәндәге ял көндәре планлаштырыла:
2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем;
23 февралдән 25-нә ҡәҙәр;
8 марттан 11-нә тиклем;
29 апрелдән 2 майға ҡәҙәр;
9 май;
10 июндән 12-нә тиклем;
3 ноябрҙән 5-нә ҡәҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика