02:57 (UTC+5), 17 Марта 2017

Өфөләге иң килемле вакансиялар билдәләнде

Гөлфиә Акулова
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса Superjob порталы Өфөләге иң килемле вакансияларҙы баҫып сығарҙы.
Февраль рейтингының лидеры – 120-250 мең эш хаҡы менән айырым бүлектәр төркөмө етәксеһе вакансияһы.
Өфөлә төбәк директоры һәм проект етәксеһе сифатында эшләү өсөн ай һайын кәмендә 100 мең һум түләргә әҙерҙәр.
Төҙөлөш өлкәһендә мастер, етештереү-техник бүлеге инженеры 70-100 мең һумлыҡ эш хаҡына иҫәп тота ала.
Күпер төҙөлөшөндә баш инженер 70 меңдән дә кәм булмаған эш хаҡына дәғүә итергә хоҡуҡлы. Электр-монтаж эштәре буйынса участка мастеры/прораб өсөн тәҡдим – 55-60 мең һум.
Superjob мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә IT һәм телеком өлкәһендә иң ҙур эш хаҡына уйлап сығарыу бүлеге етәксеһе иҫәп тота ала – кәмендә 75 мең һум.
Технологик процестар менән автоматлаштырылған идара итеү системаһында әйҙәүсе инженер-программист эше өсөн айына 65 меңдән күберәк түләргә әҙерҙәр, Android уйлап сығарыусылары өсөн – кәмендә 50 мең һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика