Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2017, 16:43

Башҡортостан менән Үзбәкстан хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 16 мартта, Үзбәкстан делегацияһының рәсми сәфәре барышында Өфөлә Башҡортостандың һәм Сәмәрҡәнд өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин һәм Сәмәрҡәнд өлкәһе Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бүлеге начальнигы Жамшед Ураков ҡул ҡуйҙы.
Ике яҡлы осрашыу барышында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Сәмәрҡәнд өлкәһе һәм Башҡортостандың эшлекле даирәләренә сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ведомство башлығы төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, төп тармаҡтарҙы билдәләне, республиканың инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтте. Башҡортостан әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара, тип билдәләне ул. Бөгөнгә республикала 100-ҙән ашыу сит ил менән сауҙа бәйләнештәре яйға һалынған.
— Һис шикһеҙ, беҙҙең өсөн Үзбәкстан әһәмиәтле партнерҙар иҫәбендә булды һәм булып ҡала. Тауар әйләнеше күләменә килгәндә, әле ул яҡынса 70 миллион АҠШ доллары тәшкил итә, — тип билдәләне Сергей Новиков.
Республика яңы проекттар өсөн дә асыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр:
«Беҙҙең ҡеүәтебеҙ ҙур. Бергәләп тышҡы иҡтисади әйләнеш күләмен арттырыу өсөн аныҡ ғәмәлдәр билдәләргә тейешбеҙ, тип уйлайым. Үзбәкстан бизнесының республикабыҙҙың иҡтисади һәм социаль тормошонда әүҙем ҡатнашыуына иҫәп тотабыҙ. Һеҙҙең технологиялар, компетенциялар һәм яңылыҡтарығыҙ беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Республика иһә берлектә эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер».
Үҙ сиратында, Үзбәкстан делегацияһы вәкилдәре Башҡортостандағы коллегаларына осрашыуҙы ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Был сәфәр Башҡортостандың ҡеүәте, уның мәҙәниәте, эшҡыуарҙары менән яҡындан танышырға булышлыҡ итер тип ышанам», — тип билдәләне Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Бахром Әшрәфханов.
Башҡортостан, республиканың иҡтисади, сәнәғәт-технологик һәм фәнни ҡеүәттәрен, шулай уҡ башҡорт һәм үзбәк халҡының тығыҙ мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрен, телдәр, диндәр һәм йолалар оҡшашлығын иҫәпкә алып, Үзбәкстан-Рәсәй мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙә мөһим урын биләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды илсе.
Осрашыу барышында Башҡортостандың һәм Сәмәрҡәнд өлкәһенең сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу саралары булды. Эшлекле хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара файҙалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Яҡтар сәфәрҙәр хаҡында һөйләшеп килеште һәм бизнесмендарҙың төрлө форумдарҙа, йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Белешмә. Башҡортостан Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын, ҡара металл, машина эшләү тауарҙары, ҡорамалдар оҙата. Үзбәкстандан ер өҫтө транспорты, туҡыма һәм аҙыҡ-түлек килтерелә. Республикала үзбәк капиталы ҡатнашлығында 66 предприятие эшләй. Улар сауҙа һәм ресторан эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә мәшғүл.
Читайте нас: