14:23 (UTC+5), 16 Март 2017

Баш ҡалала XII финанс хеҙмәттәре сифаты форумы асылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә XII финанс хеҙмәттәре сифаты форумы эш башланы. Сара баш ҡалала төбәк Хөкүмәте ярҙамында Рәсәй банктары ассоциацияһы, Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы тарафынан 2004 йылдан алып уҙғарыла.
Башҡортостан Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, әлеге мәлгә был — финанс секторын үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәрен тикшереү өсөн төп майҙансыҡ.
Форумдың төп темалары банк һәм финанс эшмәкәрлеге сифатын күтәреүҙең актуаль мәсьәләләре менән бәйле. Һүҙ банктар һәм финанс ойошмалары эшенең сифатына яңы талаптар, банктарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге менән идара итеүҙең иң яҡшы тәжрибәһе, кредит ойошмаларының проблемалы активтары менән идара итеү стандарттары, төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарын хәл итеү өсөн банктар һәм төбәк власть органдары араһында алдынғы хеҙмәттәшлек тәжрибәһе, финанс хеҙмәттәрен алыусыларҙың хоҡуғын яҡлау стандарттары, финанс баҙарҙарында үҙаллы көйләү хаҡында бара.
Өфө финанс хеҙмәттәре сифаты форумында ғәҙәттәгесә банк ассоциациялары, Рәсәй банкы, дәүләт власы органдары, йәмәғәт һәм үҙаллы көйләнгән ойошмалар вәкилдәре, кредит ойошмалары һәм кредит булмаған финанс ойошмалары етәкселәре, белгестәре, консалтинг һәм мәғлүмәт-технология компаниялары вәкилдәре, ғалимдар һәм уҡытыусылар ҡатнаша.
Форум 17 мартҡа тиклем эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика