02:24 (UTC+5), 16 Марта 2017

1 апрелдән Башҡортостан юлдарында ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 апрелдән 30-на ҡәҙәр Башҡортостандағы төбәк һәм муниципаль тәғәйенләнештәге юлдарҙа күсәргә йөкләнеш билдәләнгән сиктән артҡан ауыр йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлыса сикләү индерелә. Был сара ауыр автомобилдәр юлдарҙы емермәһен өсөн эшләнә.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында ҡыштан һуң республикалағы юлдарҙың торошон ҡәнәғәтләнерлек тип атанылар.
«Былтырғы яҙға ҡарағанда, быйылғы хәл күпкә яҡшыраҡ. Ҡыш һауа температураһы үтә үҙгәреүсән булманы һәм ағымдағы ремонт ваҡытында эшләнде. Ниһайәт, аныҡ ҡына баһа бирергә иртә, ҡар бөтә ерҙә лә иреп бөтмәгән әле. Тиҙҙән зыянды баһалап, кәмселектәр исемлеген төҙөй аласаҡбыҙ», — тип белдерҙе төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты башлығы Рим Ғиләжетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика