05:26 (UTC+5), 15 Марта 2017

Төбәктә 200 саҡрымдан ашыу юл төҙөкләндереләсәк һәм төҙөләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылда республикала 200 саҡрымдан ашыу юлды төҙөкләндереү һәм төҙөү ҡаралған, тип белдерҙе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рим Ғиләжетдинов.
Уның һүҙҙәренсә, Иҫке Балтастан Мишкәгә тиклемге 19 километрлыҡ участкала Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлына сығыу урыны менән Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе автомобиль юлының тәүге сафҡа индерә торған комплексын төҙөү буйынса эштәрҙе тамамлау күҙаллана.
Бынан тыш, объекттарҙа 2016 йылда башланған эштәр дауам итәсәк. Һүҙ Балтас һәм Мишкә райондарында Иҫке Балтастан Мишкәгә тиклемге участкала Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлына сығыу урыны менән Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе автомобиль юлының икенсе сафҡа индерә торған комплексы хаҡында бара.
Башҡа проекттар иҫәбендә — Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында Өфө йылғаһы аша күпер менән Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлы. Юлдың оҙонлоғо туғыҙ саҡрым, күперҙең иһә 328 погон метрҙан ашыу тәшкил итә.
Быйыл Күгәрсен районында Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлын һәм Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында Таҙтүбәгә тиклем 61 километр оҙонлоҡтағы Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлын төҙөкләндереү ҡаралған.
Рим Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылда Әлшәй, Балтас, Благовар, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Йылайыр, Илеш, Ҡариҙел, Салауат һәм Стәрлетамаҡ райондарында тораҡ пункттарға инә торған юлдар төҙөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика