07:37 (UTC+5), 15 Марта 2017

Республикала Йәшелсәселек буйынса компетенциялар үҙәге асыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда Йәшелсәселек буйынса компетенциялар үҙәге булдырыла. Өфө районындағы «Алексеевка» совхозында йәшелсә үҫтереү һәм эшкәртеүҙең интенсив технологиялары туплана. Был хаҡта «АгроКомплекс-2017» агросәнәғәт форумында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, үҙәк кадрҙар, эшсе һөнәрҙәр һәм белгес-технологтар әҙерләү операторы буласаҡ. Бында бизнес һәм уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү, халыҡ-ара баҙарҙарға сығыу өсөн бәйләнештәрҙе яйға һалыу ҡаралған. Тап ошо кластерҙа логистиканы һәм йәшелсә һатыуҙы үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү күҙаллана, тип белдерҙе министр.
Бөгөнгә төбәктә Өфө, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама һәм Шишмә райондарында әҙер инвестиция майҙансыҡтары бар. 10 гектарҙа теплицалар һәм 27 мең тонна йәшелсәгә иҫәпләнгән йәшелсә һаҡлағыс төҙөү һәм яңыртыу буйынса проекттар әҙер.
Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүҙе арттырыу — 2020 йылға тиклем Башҡортостан агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Стратегик план ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү күләмен 100 мең тоннаға тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота, йәғни 2015 йылдағы кимәлгә плюс 24 мең тонна.
Әлеге ваҡытта төбәктә ябыҡ грунтта үҫтерелгән йәшелсәләрҙең 75 проценты 40 һөҙөмтәле предприятиеға тура килә. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ябыҡ тупраҡта йәшелсә етештереү буйынса илдә икенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, тип билдәләнеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика