02:09 (UTC+5), 15 Марта 2017

Республикала Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ тракторҙы күрһәттеләр

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә асылған XXVII «АгроКомплекс-2017» халыҡ-ара күргәҙмәһендә быйыл йәй Башҡортостанда үтәсәк Ер һөрөү буйынса VI Асыҡ Рәсәй чемпионатына арналған экспозиция тәҡдим ителде. Унда «Kverneland» Норвегия компанияһының спорт тракторын һәм ҡайтарып һөрөү һабаны менән агрегатты күрергә мөмкин. Тап улар Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында ярыштарҙы уҙғарыуҙа ҡулланыласаҡ.
Илдә ҙур Ер һөрөү буйынса чемпионатын ойоштороусы – «Росагролизинг» компанияһы.
Тупраҡ эшкәртеү оҫталығы буйынса халыҡ-ара механизаторҙар бәйгеһе 60 йылдан ашыу уҙғарыла. Белгестәрҙең фекеренсә, улар механизатор һөнәренең абруйын күтәреүгә, ер эшкәртеү алымдарын камиллаштырыуға, ауыл хужалығында заманса технологияларҙы үҫтереүгә һәм киң ҡулланыуға тәьҫир итә.
Рәсәйҙә был иҫәп буйынса алтынсы чемпионат. Ошо йылдарҙа Ер һөрөү буйынса чемпионаттарҙа «Һуҡайлы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Илдар Ишәкәев сығыш яһаны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты быйыл Башҡортостандың Өфө районында 25 июндән алып 1 июлгә ҡәҙәр уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика