02:32 (UTC+5), 15 Март 2017

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса II Республика форумы асылды

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡ буйынса II Республика форумы асылды.
Уның төп маҡсаты – социаль бизнес өлкәһендә иң көнүҙәк һәм уңышлы тәжрибәләрҙе ентекләп тикшереү.
Форумды ойоштороусылар – Башҡортостандың Социаль өлкәләге инновациялар үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты. Форум республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне форумда Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов.
Республиканың социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлөшөндәге уңышы федераль кимәлдә лә билдәләнә. Мәҫәлән: «Сочи-2017» инвестиция форумы сиктәрендә уҙғарылған конкурста Башҡортостан «Социаль өлкәләге инновациялар үҙәге эшмәкәрлеген ойоштороуҙа иң яҡшы тәжрибә» номинацияһында беренсе урын яуланы.
Волга буйы федераль округында Стратегик башланғыстар агентлығы вәкиллеге етәксеһе Сергей Бочаровтың фекеренсә, форум майҙансығында мөһим проекттар ғәмәлгә ашырыла.
«Башҡортостан Рәсәйҙең иң юғары инвестиция үҫеш динамикаһы булған егерме төбәге исемлегенә инде. Бер йыл эсендә бер кем дә бындай кимәлгә күтәрелмәне, ә ул ҙур эш талап итә. Һеҙҙең төбәктә илдәге иң яҡшы тәжрибәләр эшләй», — тип белдерҙе Сергей Бочаров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика