04:07 (UTC+5), 14 Март 2017

Республикала яңы Газ менән тәьмин итеү программаһы раҫланды

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2017 йылға дөйөм 601,3 миллион һум финанслау күләме менән республика Газ менән тәьмин итеү программаһы раҫланды. Уны тормошҡа ашырғанда, төбәктә 396,5 саҡрым газ бүлеү селтәре төҙөләсәк,108,9 саҡрым газ тәьминәте системаһы төҙөкләндереләсәк. Бынан тыш, өҫтәмә 13 395 берәмек йортто һәм 83-ләгән социаль инфраструктура объектын, шул иҫәптән балалар баҡсаларын, мәктәп, магазин һәм медицина учреждениеларын газға тоташтырыу күҙаллана.
«Программала яңы газ үткәргестәрен төҙөү планлаштырылған. 66 объектта эш күҙалланған. Ошо эштәрҙең хаҡы 480,9 миллион һум тәшкил итә, – тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов. – Шул иҫәптән 33 объект, улар буйынса проекттар Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә әҙерләнгән».
«Рәсәй Федерацияһында газ менән тәьмин итеү тураһында»ғы законға ярашлы Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 2017 йылдың 1 апреленән 31 декабренә ҡәҙәр халыҡтан тыш Башҡортостан ҡулланыусыларының бөтә категориялары өсөн берҙәм күләмдә газ бүлеү селтәрҙәре буйынса газды йөрөтөүгә тарифтарға махсус өҫтәмә индерелә. Бындай хаҡтарҙың артыуы планлаштырылғанға, әммә 2016 йылдың 1 июленән газға 2 процентҡа күмәртә хаҡынының артыуы менән бәйле әлегә ғәмәлгә ашырылмағанға тап килә.
Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, планлаштырылған объекттарҙың төҙөлөшө Башҡортостанда газ менән тәьмин ителергә тейеш торлаҡ фондына тәбиғи газ үткәреү кимәлен 0,5 процентҡа арттырырға һәм уның күләмен 76,6 процентҡаса еткерергә мөмкинлек бирәсәк.
Программаны ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә республика ҡаҙнаһына өҫтәмә 165 миллион һум күсәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика