10:58 (UTC+5), 14 Марта 2017

Башҡортостанда «АгроКомплекс-2017» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм XXVII «АгроКомплекс-2017» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменты директоры урынбаҫары Сергей Киселев, «Союзмолоко» рәйесе Андрей Даниленко, Чехия Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең аграр дипломаты Никола Грушкова һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Бөгөн «АгроКомплекс» ауыл хужалығы күргәҙмәләре араһында әһәмиәте һәм күләме буйынса Волга буйы федераль округында төп һәм илдә өсөнсө күргәҙмә булып тора.
Өфөләге күргәҙмә һәм форум эшендә Рәсәйҙән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Улар араһында — Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Германия, Нидерланд, Франция, Польша, Италия, Англия, Бельгия һәм Ҡытай. Быйыл күргәҙмә экспозицияһының дөйөм майҙаны 15 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.
Күргәҙмә «Ауыл хужалығы техникаһы», «Малсылыҡ», «Ветеринария», «Үҫемлекселек», «Аҙыҡ-түлек», «Эшкәртеүсе ҡорамал», «Инвестициялар һәм лизинг» бүлектәренән тора.
«Алексеевка» совхозы ҡыҙыл эремсек һәм Ацидофилин әсе һөт продуктын тәҡдим иткән, йәшелсә шарлауығы рәүешендә эшләнгән йәшелсә экспозицияһы иһә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәлә 250-нән ашыу продукция менән таныштырҙы, шуларҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек яңы.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» брендының стенды янында ла байтаҡ халыҡ йыйылды. Өҫтәүенә күпселек предприятиелар продукцияны тәмләп ҡарауҙы һәм һатыуҙы ойошторғайны.
Сараларҙың эшлекле программаһы ла ифрат бай. Агросәнәғәт комплексын артабан үҫтереү буйынса пленар ултырыштан тыш, унда ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, B2B форматында осрашыуҙар, шулай уҡ дәүләт секторы вәкилдәре, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре, эшҡыуарлыҡ, финанс институттары вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе 17 мартҡа тиклем эшләй.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика