16:18 (UTC+5), 13 Марта 2017

Республика — һыйырҙарҙың һөт продуктлылығы буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан һыйырҙарҙың һөт продуктлылығын биш проценттан ашыуға арттырыуға өлгәшкән 22 төбәк иҫәбенә инде.
Рәсәй Иҫәп палатаһы 2015-2016 йылдарҙа һөт тармағында импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү йомғаҡтары буйынса ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
Тикшереү күрһәтеүенсә, 2015 йыл йомғаҡтары буйынса алты төбәк һөт етештереүҙе биш проценттан ашыуға арттырған. Биш төбәктә һыйырҙар һаны биш һәм унан да күберәк процентҡа артҡан.
Тикшереү барышында халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, рәсәйҙәр һөт аҙыҡтарының сифаты менән ҡәнәғәт. Мәҫәлән, респонденттарҙың 33 проценты үҙ төбәгендә һатылған һөттөң сифатын һәйбәт, 7,6 проценты — яҡшы, 37 проценты ҡәнәғәтләнерлек тип баһалаған.
Һорау алынған рәсәйҙәрҙең 22 проценты ғына һөттөң сифаты менән ҡәнәғәт түгел, тип хәбәр ителә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика