07:00 (UTC+5), 10 Март 2017

Башҡортостанда фермер хужалыҡтары арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда фермер хужалыҡтары арта. Йыл башына республикала уларҙың һаны 6,1 меңдән ашыу булған.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы йыйылышында билдәләүҙәренсә, республикабыҙ башҡа төбәктәр фонында яҡшы ғына күренә. Тулайым продукция күләме буйынса Рәсәй рейтингында республика фермерҙары 11-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй.
Ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен етештереүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының өлөшө йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса ашлыҡтың — өсөнсө, көнбағыштың — дүртенсе, шәкәр сөгөлдөрөнөң бишенсе өлөшөн, шулай уҡ ябыҡ тупраҡта үҫтерелгән йәшелсәләрҙең 14 процентын, иттең 5,4 процентын һәм һөттөң туғыҙ процентын Башҡортостан фермерҙары етештергән.
Фермер хужалыҡтарын үҫтереү һәм булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән махсус программаларҙы бойомға ашырыу фермерҙар өсөн ҙур ярҙам булды. Һүҙ «Яңы эш башлаған фермер» һәм «Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам» программалары хаҡында бара.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хәбәр итеүенсә, ошо программаларҙа 650-нән ашыу фермер ҡатнашҡан. Уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 1,2 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Был 7,7 меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал, 1,8 мең ат, 7,8 мең һарыҡ, 6,3 мең ҡош-ҡорт, шулай уҡ 339 трактор һәм 1,1 мең ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алырға мөмкинлек бирҙе.
Һуңғы йылдарҙа һөт һәм ит малсылығы менән бер рәттән төбәк фермерҙары йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзәселек, умартасылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә башлаған.
Дүрт йыл дауамында ошо программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 1,5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған.
Аграр ведомство башлығы фекеренсә, фермерҙар берләшә башлаһа, тағы ла юғарыраҡ уңышҡа өлгәшергә мөмкин, сөнки был етештереүҙең һөҙөмтәлелеген үҫтереүгә, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр продукцияһының конкурентлыҡ һәләтен арттырырға, шулай уҡ тауар һатыу баҙарын табырға мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика