12:44 (UTC+5), 07 Марта 2017

Төбәктә Агрофорумда перспективалы проекттарға инвестициялар йәлеп итеүгә баҫым яһала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 14-17 мартта Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында Агросәнәғәт форумы һәм XXVII халыҡ-ара махсуслашҡан «Агрокомплекс-2017» күргәҙмәһе уҙа.
Бөгөн матбуғат конференцияһында Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хәбәр итеүенсә, быйыл агросәнәғәт комплексы өлкәһендә төбәк өсөн перспективалы, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле проекттарға инвестициялар йәлеп итеүгә баҫым яһала. Шуға күрә форумға һәм күргәҙмәгә булған ҡыҙыҡһыныу осраҡлы түгел. Әлеге мәлгә Нидерланд, Германия, Франция, Польша, Италия, Англия, Бельгия, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия компаниялары ҡатнашыуҙары хаҡында белдергән. Бынан тыш, Өфөгә Рәсәйҙең 33 төбәгенән компаниялар килә. Көньяҡтағы төбәктәр — Ростов өлкәһе, Краснодар крайы, Адыгей Республикаһы, Ставрополь крайы тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бай эшлекле программа көтөлә. «Агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре: етештереү, эшкәртеү, сауҙа һәм экспорт» пленар ултырышы эшлекле программаның төп ваҡиғаһы буласаҡ.
Шулай уҡ илдәге билдәле эксперттар, төбәктәге төп предприятиелар етәкселәре ҡатнашлығында 30-ға яҡын түңәрәк өҫтәл, конференциялар, семинарҙар ойошторола. B2B форматында осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика