09:22 (UTC+5), 07 Марта 2017

Республика ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 856 миллион һум аҡса аласаҡ

oooarsenal.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2017 йылда республика заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендә федераль бюджеттан 856 миллион һум аҡса аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин ведомствоның йомғаҡлау коллегияһында хәбәр итте. Республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслау – 175 миллион һум (17%), проект аҡсаһы 1,31 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Аҡсаларҙың өстән ике өлөшө – ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, ҡалғаны халыҡ күп йөрөгән урындарҙы тәртипкә килтереүгә йүнәлтелә. Проектта ҡатнашыу өсөн һайлап алынған ихаталарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаларын индереп ҡатнаша алыуҙары хаҡында хәбәрҙар. Аҡса эштәрҙе башҡарыуға бүленгән сумманан 5 процент тәшкил итергә тейеш. Күп кенә ихаталар өсөн гараждарҙы һәм законһыҙ төҙөлгән йорттарҙы һүтеүҙән бушаған участкаларға асфальт түшәү, парковкаларҙы тәртипкә килтереү тәҡдим ителә.
Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәнсә, 2017 йылда Рәсәй Хөкүмәте 20 миллиард һум аҡса бүлергә һәм 1 мартҡа тиклем төбәктәр менән килешеү төҙөргә ниәтләй. Проект инвалидтар өсөн шарттарҙы иҫәпкә алып, 1000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа төҙөкләндереү буйынса сараларҙы күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика