03:43 (UTC+5), 07 Марта 2017

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген йыйып алырға ниәтләй

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл республика аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хәбәр итеүенсә, 2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләнгән. Мәҫәлән: быйыл сояның сәсеү майҙаны һигеҙ тапҡырға – 800 гектарға ҡәҙәр, 80 процентҡа ноҡот борсағы – 4,5 мең гектарға тиклем, шулай уҡ борсаҡ һәм ҡаты бойҙай сорттары арттырыла.
«Республика орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән, — тип билдәләне Илшат Фазрахманов. — Ашлама туплау буйынса эш алып барыла. Былтырғы менән сағыштырғанда сәсеү эштәренә техниканы әҙерләү графиктан алда бара».
Министрҙың әйтеүе буйынса, быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә сығымдар 7,9 миллиард һум тәшкил итәсәк, ул былтырғы кимәлдән биш процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта ағымдағы йылдан субсидиялар алыуға агропредприятиелар өсөн яңы талаптар үҙ көсөнә инде. Һалым буйынса бурыстары булған һәм субсидиялар биреү тураһындағы килешеүҙәргә ярашлы бюджет аҡсаһын кире ҡайтармаған хужалыҡтарға субсидия бирелмәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика