Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Март 2017, 16:17

Башҡортостан иҡтисадына 640,8 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 февралгә Башҡортостан иҡтисадына бирелгән кредиттар буйынса бурыс 640,8 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл башы менән сағыштырғанда ул 3,6 миллиард һумға артҡан.
Йыл башына үҫеш темпы 100,6 процент булған. Төбәк иҡтисадының банк хеҙмәттәре менән тәьмин ителеү кимәле 77 процент тәшкил итә. Башҡортостан Милли банкының матбуғат хеҙмәте шундай мәғлүмәттәр килтерә.
Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә 73 банк эшләй, шуларҙың 22-һе — республиканың кредит ойошмалары һәм сит төбәктәрҙәге банктарҙың филиалдары.
Читайте нас: