04:32 (UTC+5), 07 Март 2017

Баш ҡалала асфальтты йүнәтеү өсөн термос-бункер һатып алынды

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Октябрь районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте юлдарҙы йүнәтеү өсөн яңы агрегат – «Вулкан» термос-бункеры һатып алды. Ҡала хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, мобиль техника бер «заправкалау»ҙа 40 квадрат метр юл япмаһына асфальт түшәү мөмкинлеге бирә. Файҙаланыуҙа булған рециклерҙар бер асфальт ҡатышмаһы порцияһын файҙаланып, 10 квадрат метрҙан ашыу майҙандағы соҡорҙо ямай ала.
«Термос-бункер менән ҡар ныҡ ирегән осорҙа бәләкәй соҡорҙарҙы ямарға мөмкин. Ҡатышманың температураһы 200 градус тәшкил итә. Шул рәүешле ул асфальт емерелгән урында йыйылған бөтә һыуҙы парға әйләндерә», — тип һөйләне Октябрь районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Марс Лотфрахманов.
Муниципалитеттың «Бәйләнештә»ге үҙ төркөмөндә уҙғарылған һорау алыуға ярашлы, ашығыс рәүештә ремонт талап ителгән урамдарҙың исемлеге билдәләнде. Ул – Жуков, Сипайлово, Новоженов, Өфө шоссеһы, Йәштәр бульвары, СССР-ҙың 50 йыллығы, Шәфиев, Рязань, Комсомол, Юрий Гагарин, Максим Рыльский, Баязит Бикбай, Наталья Ковшова, Рәсәй урамдары, Төҙөлөш тыҡрығы һәм башҡалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика