02:06 (UTC+5), 06 Март 2017

Өфө ҡалаһы йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аласаҡ

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө ҡалаһы йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аласаҡ. Ошо хаҡта Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
- Быйыл Өфөлә йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса халыҡ ҡатнашлығында 250 миллион һумлыҡ дөйөм финанслау күләме менән пилот проекты башланғыс ала, – тине төбәк етәксеһе. – Республика ҡаҙнаһынан – 200 миллион, ҡала бюджетынан – 37,5 миллион һум. Граждандар 15-20 миллион һумдан да кәм йыймаҫ, тип уйлайбыҙ, бәлки, күберәк тә йыя алыр.
Шундай уҡ алым буйынса «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы ла ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип билдәләне республика Башлығы.
- Ул 23 ҡаланы һәм ҡала биләмәһен үҙ эсенә аласаҡ. Уны бойомға ашырыуҙа граждандар ҙа ҡатнашасаҡ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Бюджет ҙур – 1 миллиард һумдан ашыу. Республика ҙур булғас, һандар ҙа беҙҙең шундай дәүмәлдә.
Республика етәксеһе, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә былтыр 0,5 миллиард һум тиерлек үҙләштерелде, тип хәбәр итте. 60 миллион һумды халыҡ йыйҙы.
- Әлегә был дөйөм күләмдең тик 12 проценты ғына, әммә был – күп аҡса. Кешеләр үҙҙәренең урындағы бурыстарын хәл итеү өсөн бер ниндәй баҫымһыҙ, бәхәсләшеүһеҙ аҡса йыйҙы, – тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең тәжрибә былтыр Һиндостандағы БРИКС илдәре тематик форумында инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр иҫәбендә билдәләнде. Киләһе ошондай форумды сентябрҙә Өфөлә уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү менән бәйле бөтә һорауҙарҙы ла ентекләп тикшерәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика