10:11 (UTC+5), 06 Март 2017

Башҡортостанда 24,5 мең эшһеҙ иҫәпләнә — мәшғүллек хеҙмәте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәшғүллек хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда 24,5 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә.
Республиканың вакансиялар банкында 33,4 мең эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,22 процент тәшкил итә.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда Башҡортостанда эшсе көсөнөң уртаса йыллыҡ һаны 2,011 миллион кеше тәшкил иткән. Шуларҙың 1,895 миллиондан ашыуы — мәшғүл граждандар, 116 меңе — эшһеҙ.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, былтыр ғинуар-декабрҙә төбәктә предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 27 820 һум тәшкил иткән. Был 2015 йылға ҡарағанда 7,1 процентҡа күберәк.
Дөйөм алғанда, бер йыл эсендә бөтә тармаҡтарҙа ла эш хаҡы артҡан.
Ғәҙәттәгесә, иң юғары хеҙмәт хаҡы нефть продукттарын етештереү өлкәһендә — уртаса 69 442 һум, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә — 53 665 һум.
Химия сәнәғәтендә мәшғүлдәр былтыр айына уртаса 43 311 һум алған.
Артабан «Финанс эшмәкәрлеге» (айына 41 987 һум) һәм «Дәүләт идара итеүе һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү; социаль страховкалау» (38 793 һум) килә.
Шуның менән бергә иң түбән эш хаҡын күн, күн әйберҙәр һәм аяҡ кейеме етештереү өлкәһендә мәшғүлдәр (11 868 һум), ауыл һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре (15 400 һум) ала.
Исемлек аҙағында — «Туҡыу һәм тегеү производствоһы» (15 788 һум), «Ҡунаҡханалар һәм ресторандар» (16 621 һум), «Башҡа производстволар» (17 619 һум), тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика