07:24 (UTC+5), 03 Марта 2017

Рәсәй банкы Татфондбанктың лицензияһын тартып алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 3 мартта Рәсәй банкы «Татфондбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең лицензияһын тартып алды. Был хаҡта банктың сайты хәбәр итә.
Бындай ҡарар кредит ойошмаһының федераль закондарҙы үтәмәүенә, шулай уҡ банк аҡсаһын устав капиталының минималь кимәленән кәметеүгә бәйле ҡабул ителде.
Үҙәк банкта билдәләүҙәренсә, активтарҙың түбән сифатлы булыуы арҡаһында финанс һауыҡтырыу процедураһы мөмкин түгел. Функциялары «Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ»ҡа йөкмәтелгән ваҡытлыса администрацияның эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Страховка түләүҙәрен бойомға ашырырға тейешле банк-агенттар тураһында мәғлүмәт «Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ» дәүләт корпорацияһының рәсми сайтында бирелгән.
Отчет документтары мәғлүмәттәренә ярашлы, активтар дәүмәле буйынса «Татфондбанк» 2017 йылдың 1 февраленә Рәсәй банк системаһында 42-се урынды биләгән.
Башҡортостан биләмәһендә «Татфондбанк»тың 11 офисы эшләгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылдың 26 декабренән банк-агенттар аша «Татфондбанк»ка аҡса һалыусыларға түләүҙәрҙе кире ҡайтарыу башланды.
Конкурс буйынса һайлап алыу йомғаҡтарына ярашлы, «Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ» дәүләт корпорацияһы биш банк-агентты — Һаҡлыҡ банкы, ВТБ 24, Россельхозбанк, «ФК Открытие» һәм «Аҡ Барыҫ» банкын йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Аҡсаны кире алыу өсөн банк-агентҡа паспорт күрһәтергә, шулай уҡ билдәләнгән форма буйынса ғариза тултырырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика