11:22 (UTC+5), 03 Марта 2017

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов төҙөлә башлаған Затон йылылыҡ электр станцияһында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 3 мартта Өфө районының Дмитриевка ауылында республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалында – төҙөлә башлаған Затон йылылыҡ электр станцияһында булды.
Ошо объектты сафҡа индереү Башҡортостан энергетика системаһының хәҙерге тарихында ҙур инвестиция проекты булып тора. Рөстәм Хәмитов уның 2008 йылда тормошҡа ашырыла башлауы, әммә 2010 йылда төҙөлөш эшенең туҡтатылыуы хаҡында һөйләне. 2014 йылдың аҙағында Рәсәй Хөкүмәте Свердловск өлкәһендәге Үрге Тагил йылылыҡ электр станцияһынан ҡеүәтте биреү тураһында килешеү сиктәрендә энергоблоктар төҙөү проектын Өфөләге Затон станцияһына күсереүҙе хупланы. 2015 йылдың июлендә төҙөлөш эштәре тергеҙелде.
Затон станцияһында етештерелгән йылылыҡ энергияһы төҙөлә башлаған биҫтәләрҙәге ҡулланыусыларҙы тәьмин итәсәк.
Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышы менән танышты, турбина бүлеген ҡараны, объектты сафҡа индереүҙән алынасаҡ иҡтисади һөҙөмтәне тикшерҙе.
Әлеге ваҡытта Затон йылылыҡ электр станцияһы майҙансығында төп корпустың төп бинаһы, әйләнмә станция, ябыҡ бүлеү ҡоролмаһы, административ-көнкүреш корпусы, трансформаторҙарҙың асыҡ ҡулайламаһы төҙөлгән, майҙан эсендәге селтәрҙәр һалынған, ике утиллләштереү ҡаҙаны монтажланған.
Генераль подрядсы ойошма мөрйәле ҡаҙанлыҡ, авария яғыулығы насос станцияһын, май келәтен төҙөү, лаборатор-көнкүреш корпусы, авария яғыулығы резервуарҙары, һыу алыу скважиналары буйынса эштәр алып бара, майҙандан тыш инженер селтәрҙәре буйынса эштәр тамамлана. Төп корпуста эске эштәр, 1-се блоктың пар һәм газ турбинаһын, һыу йылытыу ҡаҙандарын һәм эшләтеп ебәрә торған ҡаҙанлыҡтың ярҙамсы ҡорамалын монтажлау бара.
Станцияла ҡорамалдарҙың күбеһе илебеҙҙә етештерелгән. Төп яғыулыҡ сифатында тәбиғи газ ҡулланыласаҡ.
Һуңғы этапта бер нисә бинаны һәм ҡоролманы, инженер коммуникацияларын, эске автомобиль юлдарын төҙөүҙе тамамлау, биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү ҡаралған. Йылылыҡ электр станцияһын сафҡа индереү 2017 йылдың икенсе яртыһына билдәләнгән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика