07:06 (UTC+5), 02 Март 2017

Өфө агломерацияһы транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә 2 миллиард һум алды

acexpert.ru
acexpert.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө агломерацияһы (Өфө ҡалаһы һәм уға яҡын райондар – Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Шишмә) «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» тигән өҫтөнлөклө проектҡа инде. Уның сиктәрендә тулы булған юлдар йүнәтелә, яңыртыла һәм төҙөкләндерелә. Был программаға Рәсәйҙең 34 төбәге ингән. Программа 2025 йылға тиклем республикаға федераль бюджеттан йыл һайын 1-шәр миллиард һум бүлеү һәм төбәк ҡаҙнаһынан шундай уҡ күләмдә өҫтәмә финанслауҙы күҙ уңында тота. Тотош осорға аҡсаның дөйөм күләме – 18 миллиард һум. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда федераль ҡаҙна был маҡсаттарға 1 миллион һум, республика – 951 миллион, Өфө 49 миллион һум бүлә. Тағы 500 миллион һум алдағы йылдарҙан күскән объекттарға ҡарай.
Быйыл программа проектҡа индерелгән юл селтәрҙәренең яртыһынан күберәген тейешле хәлгә килтереүҙе һәм авариялар йыш осраған участкаларҙың иҫәбен ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тота. Аҡсаның күп өлөшө Өфөгә бүленә. 2017-2018 йылдарға ҡалала дөйөм оҙонлоғо 139 саҡрым тәшкил иткән 72 урамды төҙөкләндереү һәм юл-транспорт ваҡиғалары йыш булған 41 урынды бөтөрөү планлаштырылған.
Юл фажиғәләре Октябрҙең 50 йыллығы һәм Пархоменко, Әй – Киров, Әй – Революция, Зорге – Кадомцевтар, Комсомол – Сәйет Ғәлиев бульвары, Жуков – Бикбай, Жуков – Королев, Беренсе май – Гончаров, Пушкин – Карл Маркс урамдары кеүек юл киҫелешендә йыш осрай.
2017 йылда ремонт эштәре ошо урамдарҙа күҙалланған: Жуков урамы – 4 саҡрым, Сельская Богородская – 5,5, Трамвай – 4,5, Салауат Юлаев проспекты – 5,5, Октябрь проспекты – 2,5, Цюрупа – 2,5, Интернациональ – 4, Ульяновтар – 3,4, Вологод – 3,1, Сосновский – 3,1, Сипайлово урамы – 3 саҡрым.
2018 йылда ошо урамдар төҙөкләндерелә: Индустриаль шоссе – 3,8 саҡрым, Өфө шоссеһы – 4,1, Бөрө тракты – 6, Үҙәк – 4,3, Пугачев – 3,3, Хмельницкий – 2,7, Черниковка – 2.5 урамы, Шакшанан федераль әһәмиәттәге М5 юлына ҡәҙәр – 3 саҡрым.
Ике йыллыҡ планда Иҫке Шишмә (ике йылда – 21 саҡрым), 8 март – Алексеевка (4,9), М5 – Шмидт (4), Николаевка – Ҡаҙыр (3,4), Мокроусов – Ольховое (4,9), Благовещен – Павловка (2,4) юлдарын йүнәтеү билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика