03:21 (UTC+5), 01 Марта 2017

Төбәктә электр һәм газ селтәрҙәренә техник тоташтырыуҙың интерактив картаһы әҙерләнде

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы төбәктең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә электр һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн ирекле ҡеүәттәр һәм нөктәләр тураһындағы мәғлүмәт менән интерактив карта әҙерләне. Ул Рәсәй төбәктәрендә конкуренцияны үҫтереү стандарттарын индереү сиктәрендә булдырылды.
Әлеге ваҡытта ресурс һынау режимында эшләй. Интерактив карта инфраструктура селтәрҙәренең барлығын иҫәпкә алып, эшҡыуарҙарға һәм инвесторҙарға яңы етештереү урындарын һәм объекттарҙы планлаштырыуҙа ярайһы уҡ ярҙам итәсәк.
Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар өс ай һайын мәғлүмәт биреп торасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Карта Башҡортостандың инвестиция порталында урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика