07:05 (UTC+5), 01 Март 2017

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡты әүҙем иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү – беҙҙең үтә юғары бурысыбыҙ»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 28 февралдә «Сочи-2017» Рәсәй инвестиция форумы барышында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк етәкселеге менән бюджет-ара сәйәсәт мәсьәләләренә арналған осрашыуы уҙҙы, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
2016 йыл йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы – 102,6 процент, төп капиталға инвестициялар 104,5 процент тиерлек тәшкил итте, тип билдәләне республика етәксеһе. Йыйылма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған килеме 11,5 процентҡа артҡан. Күбеһенсә ташламаларҙы ҡыҫҡартыу, ерҙе һәм милекте һөҙөмтәле файҙаланыу, мәшғүллекте законлаштырыу, бурысты ҡаплау эше ошо һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итте.
2017 йылда республика Рәсәй Хөкүмәте алдында бюджет системаһын һәм тотош социаль-иҡтисади сәйәсәтте артабан да камиллаштырыу буйынса үҙенә йөкләмә алды. Тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кәрәкле күрһәткестәрҙе үтәгән осраҡта, төбәк федераль ҡаҙнанан дотация аласаҡ.
Республика бюджетының килем өлөшөн арттырыу хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостан Башлығы һәр министрлыҡ һәм муниципалитетта килемде үҫтереү һәм сығым һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса юл карталарының әҙерләнеүен билдәләне. Улар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың даими үҙ-ара килешеп эш итеүен күҙ уңында тота.
- Бөтә юл карталары ла эшләп килгән һәм яңы тәжрибәләрҙе иҫәпкә алып, берҙәм бюджет сығымдарын оптималләштереү программаһына йыйылған. Һөҙөмтәһе лә бар – йөҙөшәр миллион түгел, ә 2016 йыл буйынса 2-2,5 миллиард һумлап табыш алдыҡ. Был – беҙҙең өсөн яҡшы һандар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Илдең Финанс министрлығы беҙҙең тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә лә ҡуллана. Тимәк, был юл карталарына ихтыяж ҙур.
Шул рәүешле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ташламалар иҡтисади мәғәнәгә ҡарағанда, башлыса психологик әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй республика Башлығы. Сөнки тәжрибә күрһәтеүенсә, ташламалар һәм эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү, бюджеттың килем үҫеше араһында туранан-тура бәйләнеш әлегә юҡ.
Оптималләштереү һәм сығымдарҙы экономиялау – бюджет сәйәсәтенең эшлекле ҡоралы, тип атаны Рөстәм Хәмитов. Бөгөн бындай алым саралары республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттар төҙөү системаһында тормошҡа ашырыла.
- Өйҙә социаль хеҙмәтләндереү кеүек хеҙмәттәрҙе аутсорсингка сығарабыҙ. Был функцияны республикала автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тапшырҙыҡ. Ошо структураларға ике мең социаль хеҙмәткәр күсерелде. Һөҙөмтәлә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты артты, уларҙың тармағы киңәйҙе, ике йылда иҡтисади һөҙөмтәлелек 0,5 миллиард һумға етте, – тип хәбәр итте төбәк Башлығы. – Хәҙер бюджет өлкәһенең ярҙамсы функцияларын: йыйыштырыу, һаҡ, ашхана һәм башҡа хеҙмәттәрҙе дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмаларға тапшырабыҙ. Беҙҙә ошондай 45 мең эш урыны бар. Быйылғы план – 20 мең эш урынын (мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын) аутсорсингка сығарыу. Ул беҙҙең өсөн шулай уҡ һәйбәт экономия буласағын яҡшы аңлайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов республикала урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуҙы ыңғай баһаланы һәм шул тәжрибәне уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса проектта ҡулланырға тәҡдим итте.
- Дөйөм алғанда, халыҡты әүҙем иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Беҙ бөгөн эшҡыуар, бәләкәй бизнес тураһында һөйләйбеҙ. Әммә халыҡ килмәй. Унда халыҡтың 20 процентын күрергә теләүебеҙ хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, барыбер килмәйҙәр. Әйҙәгеҙ, берләшеү өсөн уларға шарттар булдырырға тырышайыҡ. Әгәр ул тирә-яҡ мөхит менән яңғыҙы ҡалырға ҡурҡһа, коллегиаль яуаплылыҡ формаһын ойошторайыҡ. Ике-өс хужа булған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт түгел, ә 100 кешенән торған кооператив. Был – уларҙың предприятиеһы. Алған бөтә килемде үҫешеүгә йүнәлтерҙәр, – тип тәҡдим итте Рөстәм Хәмитов. – Кешеләр менән яңы эш итеү формаларын табыу, уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү, көсләп эшләтеү түгел, ә бындай эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ, моғайын.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика