08:43 (UTC+5), 01 Марта 2017

Дыуан районында агротуризм нигеҙҙәренә өйрәтәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 16-21 апрелдә Дыуан районында «Аграр туристик эшҡыуарлыҡты ойоштороу» белем биреү программаһы буйынса ҡайтанан әҙерлек һәм квалификацияны камиллаштырыу курстары уҙғарыла. 72 сәғәтлек курстар Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү һәм республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программалары сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә үткәрелә.
Күсмә курстарҙы ойоштороусы — Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының махсус программалар бүлеге. Курстарҙа муниципалитетта туризмды үҫтереү өсөн яуаплылар, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ аграр туристик эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл йәки шөғөлләнергә уйлаған йүнселдәр уҡый.
Агротуризм буйынса курстарҙың программаһы бик бай һәм төрлө. Республикаға саҡырылған агротуризм өлкәһендәге эксперттарҙан тыш, тыңлаусылар алдында атлы туризмды, балыҡсылыҡты үҫтереү өлкәһендәге эшҡыуарҙар һәм белгестәр сығыш яһай.
Бынан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы агротуристик хужалыҡтарға барыу ҡаралған.
Курстар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика