Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2017, 11:27

«Сочи-2017» инвестиция форумында Өфөлә «Көнсығыш сығыу юлы» проектын бойомға ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 27 февралдә «Сочи-2017» Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (ВТБ төркөмөнә инә) Өфөлә «Көнсығыш сығыу юлы» концессия проектын бойомға ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.
Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алдында документҡа ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Проект Башҡортостанда төбәк әһәмиәтендәге түләүле автомобиль юлын финанслауҙы, проектлауҙы, төҙөүҙе һәм артабан файҙаланыуҙы үҙ эсенә ала. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 25 йыл.
– Был Башҡортостан өсөн бик мөһим ваҡиға, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Әһәмиәтле инфраструктура проектын ғәмәлгә ашырыу башлана, ул ҡала аша М5 һәм М7 федераль трассаларын тоташтырып, Өфөләге транспорт проблемаларын хәл итергә тейеш.
– ВТБ төркөмө ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса яҡшы тәжрибә туплаған, – тип хәбәр итте Андрей Костин. – Беҙ Башҡортостанға транспорт инфраструктураһын үҫтереү өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ тәжрибәһе менән килергә теләйбеҙ. Был алдынғы төбәк, һәм беҙ бергәләп уйлағанды тормошҡа ашырырбыҙ.
– Әлеге проект Өфө һәм Башҡортостан өсөн генә әһәмиәткә эйә түгел, – тип өҫтәне Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов. – Ул ике федераль трассаны бәйләп, федераль инфраструктураға ла яңы сифат өҫтәй. Өҫтәүенә төҙөлөш «Платон» түләү системаһы иҫәбенә өлөшләтә финанслана. Әйткәндәй, Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы аша яңы автомобиль күпере ошо принцип буйынса һалынған.
Концессионерҙың бурысы – 1992 йылда башланған 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннеле төҙөлөшөн тамамлау, 2,5 саҡрымлыҡ күпер үткәүелен, М5 «Урал» федераль трассаһы менән йәнәш 14 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлын, түләтеү пункттарын төҙөү, шулай уҡ юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын һәм махсуслашҡан юл-файҙаланыу предприятиеһын булдырыу.
Читайте нас: