03:59 (UTC+5), 28 Февраля 2017

«Сочи-2017» форумында Башҡортостан Республикаһы ҙур сәнәғәт предприятиелары менән инвестиция килешеүҙәре төҙөнө

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 27 февралдә «Сочи-2017» Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте, республика муниципалитеттары һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары араһында документ протоколдарына ҡул ҡуйылды.
Улар иҫәбендә – «Башҡорт урман сәнәғәте компанияһы», «Белорет рессор һәм пружина заводы», «Селена» урман сәнәғәте компанияһы», «РИВС» машина эшләү заводы», «Башҡорт ит компанияһы», «АСТЕХ Индастриз» һәм «Йыл миҙгелдәре» компаниялары.
Яҡтар үҙ компетенциялары сиктәрендә Белорет районында ағасты тәрән эшкәртеү һәм туризмды үҫтереү өлкәһендә перспективалы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, Учалыла һәм Бәләбәйҙә коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү, республиканың юл-төҙөлөшө комплексы предприятиеларының эшенә техник һәм технологик яҡтан ярҙам итеү өсөн сервис үҙәктәрен булдырыу буйынса бергәләп эш итергә ниәтләнә.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы менән «Ре Лигал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек нигеҙендә оҙайлы ваҡытҡа партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика