11:06 (UTC+5), 28 Февраль 2017

Рәсәйҙә аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн аҙыҡ-түлек карточкалары индерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ағымдағы йылда Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн аҙыҡ-түлек карточкалары системаһын индерергә йыйына. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә. Бындай башланғыс тәүге тапҡыр ике йыл элек тәҡдим ителгәйне, ләкин проектты бойомға ашырыу кисектерелеп килде. 2016 йылда 22 миллион Рәсәй кешеһенең ярлылыҡ сигендә йәшәүе теркәлгән. Был — социаль хеҙмәттәргә справка биргән граждандар һаны.
Баҫма асыҡлауынса, электрон карталар уртаса килеме йәшәү минимумынан (был сумма һәр төбәк өсөн билдәләнгән, Башҡортостанда — эшкә һәләтле кешеләр өсөн 8323 һум) артмаған граждандар өсөн тәғәйенләнә. Карточка алыу өсөн күрһәткес махсус алгоритм буйынса иҫәпләнә.
Карта үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә генә ҡағыла (күп кенә илдәрҙә бындай проекттар импортты алмаштырыу процесына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән). Льготалар ярҙамында ит, икмәк, картуф, яңы емеш-еләк, эсәр һыу, үҫемлек майы, балыҡ һәм һөт һатып алырға мөмкин. Алкоголь, тәмәке һәм башҡа һаулыҡ өсөн зарарлы продукттарҙы карта менән түләргә ярамай.
Ай һайын картаға яҡынса 1,4 меңгә балдар индерелә. Уларҙы программала ҡатнашҡан бөтә магазиндарҙа ла ҡулланырға була. 2018 йылдан улар менән ашханаларҙа һәм кафеларҙа түләргә мөмкин. Балдарҙы ҡулаҡсаға әйләндерергә һәм йыйырға ярамай: әгәр билдәләнгән ваҡытҡа тиклем файҙаланмаһаң, улар яна. Карталарҙы тулыландырырға мөмкин. Унан тыш, индерелгән сумманың 30-50 процентын бонуслы кире ҡайтарыу күҙ уңында тотола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика