06:39 (UTC+5), 27 Февраль 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһы «Өфө-Ладья» халыҡ кәсептәре фестиваленә әҙерләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың баш ҡалаһы «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» халыҡ кәсептәре күргәҙмә-фестиваленә әҙерләнә. Сара дүртенсе тапҡыр ойошторола һәм 29-31 мартта уҙа. Ойоштороусылар — Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты. Фестивалдә республиканың төрлө мөйөштәренән биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, сувенир продукцияһын етештереүселәр һәм һатыусылар, рәссамдар, скульпторҙар ҡатнаша. Халыҡ художество кәсептәренең төрлө әйберҙәре, сувенир продукцияһы, йорт йыһазы, милли кейем һәм башҡа бик күп әйберҙәр тәҡдим ителә.
«Былтыр Өфөләге халыҡ ижады күргәҙмәһенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне. Ул экспозицияның республика өсөн әһәмиәтен билдәләне, шул иҫәптән төбәктә Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек барышында», — тип билдәләнеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика