11:07 (UTC+5), 22 Февраля 2017

Төбәктә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа уңышлы тормошҡа ашырыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Программала ҡатнашыусыларға яңы йорттан майҙаны буйынса оҡшаш фатир бирелә.
Бөтәһе 28 мең самаһы кешене күсереү бурысы тора. Программаны ғәмәлгә ашырыуға 14 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителгән. Финанслау федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан алып барыла.
«Бөгөнгә авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа 75 процентҡа тормошҡа ашырылған. Ошо программаның ваҡытында тамамланырына иҫәп тоторға нигеҙ бар», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.
Өфөлә, Кузнецов затонында, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙа йәшәүселәр өсөн биш күп ҡатлы йорт төҙөлгән. Беренсе йорт март айында уҡ хужаларын ҡаршы ала, ҡалғандарын йәй башланыуға күсерергә вәғәҙәләйҙәр, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телеканалы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Сибайҙа граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу тамамлана. Ошо көндәрҙә тағы ла 12 ғаилә яңы фатир асҡыстарын алды. Улар Зәки Вәлиди урамындағы 47-се йортта йәшәйәсәк.
Март аҙағына тиклем Островский урамындағы тағы ла ике йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
«Граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү буйынса программаны бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә Сибайҙа дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метрлыҡ 703 фатир һатып алынған. Ошо йылдарҙа 1,7 меңдән ашыу кеше өй туйлаған», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Сибай хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов.
Шишмә районында граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү буйынса программаны ағымдағы йылдың III кварталында тамамлау күҙаллана. Ошо ваҡытҡа Шишмәлә Көнбайыш урамындағы дүрт ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Йорттоң стеналары һалынған, ҡыйығы ябыла.
Сираттағы социаль йортто сафҡа индереү менән Шишмә районында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика