10:33 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Төбәктең дәүләт хеҙмәттәре порталында пособие һәм субсидия юлларға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан халҡы төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында пособие һәм субсидияларҙы электрон төрҙә юллай ала.
Әлеге ваҡытта порталда социаль ярҙам сараларын биреү буйынса алты дәүләт хеҙмәтен электрон төрҙә алырға мөмкин. Һүҙ торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияларына социаль пособие, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған граждандарға баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие тураһында бара.
Бынан тыш, порталда ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған граждандарға бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие, балалары булған студент һәм аспирант ғаиләләренә пособие юлларға мөмкин.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү республиканың муниципаль райондарында теркәлгән, әммә ҡалала йәшәгәндәр өсөн бик уңайлы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика