04:59 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Сибайҙа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәргә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Сибай ҡалаһы хакимиәте
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Сибайҙа граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса федераль программаны ғәмәлгә ашырыу тамамланып килә. Яңы фатирҙан асҡыстарҙы тағы ла 12 ғаилә алды. Улар Зәки Вәлиди урамы, 47 буйынса урынлашҡан яңы фатирҙа йәшәйәсәк. Йортҡа күсенеү башланған ла инде.
Март аҙағына тиклем Островский урамы буйлап тағы ла ике йортто файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана, уларҙа авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙа йәшәүсе граждандар өсөн 12 фатир һатып алынған.
Программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып Сибайҙа 1,19 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Уларҙан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу фондынан – 526,8 миллион һумдан күберәк; республика ҡаҙнаһынан – 447,718 миллион; ҡала округы бюджетынан – 44,9 миллион. Финанслау бөтә сығанаҡтарҙан да ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәлгән.
«Граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу ярҙамында Сибайҙа дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метр тәшкил иткән 703 фатир һатып алынды. Ошо йылдарҙа 1,7 мең кеше өй туйланы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Сибай хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов.
Уның әйтеүе буйынса, тап комплекслы, көйгә һалынған эш һәм бөтә структураларҙың да үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә ҡалала граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу уңышлы тамамланып килә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика