14:04 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Республикала тотонолған автомобилдең иң күп һатылған моделе билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылдың ғинуарында икенсел автомобиль баҙарын тикшереү нигеҙендә «Автостат Инфо» аналитиктары төбәк баҙарҙары рейтингын төҙөгән. Рейтингта Мәскәү әүәлгесә беренсе урынды биләй. Илдең баш ҡалаһындағы тотонолған автомобилдәр баҙарында иң талап ителгән модель — Ford Focus. Ошо уҡ модель Мәскәү өлкәһендә лә популярлыҡ менән файҙалана — рейтингта икенсе урын.
Өсөнсө урында — Краснодар крайы. Бында урындағы баҙарҙың лидеры — Lada 2107. Санкт-Петербург рейтингтың дүртенсе баҫҡысын биләй. Унда иң күп һатылған автомобиль — Ford Focus. Омск өлкәһе бишенсе урында килә. Ғинуарҙа Омск баҙарында Toyota Corolla автомобиленә ихтыяж ҙур булған. Рейтингта алтынсы урында — Свердловск өлкәһе. Бында Lada 2114 ҙур һорау менән файҙалана.
Башҡортостан тәүге ун төбәк исемлегендә етенсе урынды биләй — 8,8 мең автомобиль һатылған. Өҫтәүенә иң талап ителгән модель, Свердловск өлкәһендәге кеүек үк, Lada 2114. Бер айҙа республикала шундай 461 автомобиль һатылған.
Һигеҙенсе урында — Ростов өлкәһе, унда «ТагАЗ» заводында сығарылған Accent бик популяр.
Туғыҙынсы һәм унынсы урындарҙы Новосибирск һәм Силәбе өлкәләре бүлеште. «Автостат Инфо» мәғлүмәттәре буйынса, Новосибирскиҙа тотонолған автомобилдәр баҙарында тәүге урынды — Toyota Corolla, Силәбе баҙарында Lada 2110 биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика