11:29 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Башҡортостан көйләүсе тәьҫир баһаһын ғәмәлгә ашырыу сифаты буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инде

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы 2016 йылда ил субъекттарында көйләүсе тәьҫир баһаһын ғәмәлгә ашырыу сифаты буйынса төбәктәр рейтингын тәҡдим итте. Башҡортостан был рейтингта 10-сы урынды биләй. Уны төҙөгәндә көйләүсе тәьҫир баһаһын үткәреү механизмы, мәғлүмәти асыҡлыҡ, урындағы үҙидара органдарында көйләүсе тәьҫир баһаһы, шулай уҡ бизнес берләшмәһе вәкилдәренең бойондороҡһоҙ баһаһы иҫәпкә алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Көйләүсе тәьҫир баһаһын үткәреү сифатының юғары кимәленә ҡараған төбәктәр проценты (юғары, һәйбәт, уртаса һәм түбән) йылдан-йыл арта. Тәү сиратта был ил биләмәһендә уңайлы эшҡыуарлыҡ мөхитен булдырыуҙың мөһимлеген аңлаған төбәк башлыҡтарының әүҙемлегенә бәйле.
2016 йыл рейтингы лидерҙары процедураны уҙғарыуҙың тейешле кимәлен тәьмин иткән факторҙар арҡаһында үҙ урынын алды. Быға акт проекттарын анализлауҙың алдынғы технологиялары, көйләүсе тәьҫир баһаһын закондар сығарыу власы кимәленә еткереү, урындағы үҙидара органдарында әүҙем позиция, махсус порталдарҙы файҙаланыу инә. Әммә иң мөһиме – эксперттарҙың әүҙем баһалауы. Тап ошо фактор Рәсәйҙә көйләүсе тәьҫир баһаһы институтын булдырыуҙың төп маҡсаты булған бизнес менән властың һөҙөмтәле диалог төҙөүен раҫлай.
Башҡортостанда көйләүсе тәьҫир баһаһы институтын үҫтереү йомғаҡтары һәм алдағы пландар менән бында танышырға мөкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика