05:20 (UTC+5), 20 Февраля 2017

Төбәктә «Агрокомплекс» ҙур агросәнәғәт форумына һәм күргәҙмәгә әҙерлек башланды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала ҙур Агросәнәғәт форумына һәм XXVII халыҡ-ара махсуслашҡан «Агрокомплекс» күргәҙмәһенә әҙерлек башланды. Улар 14 марттан 17-нә тиклем Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында уҙа.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, сара агросәнәғәт комплексында яңы етештереү технологияларын үҙләштереү, үҙ-ара отошло килешеүҙәр төҙөү, аҙыҡ-түлек баҙарын ауыл хужалығы продукцияһы һәм туҡланыу продукттары менән ҡәнәғәтләндереү, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа һатыу каналдарын үҫтереү маҡсаты менән ойошторола.
Күп йылдар дауамында Башҡортостан илебеҙҙә агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индереп, Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Төбәк эре ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек һатыусы булып тора, ауыл хужалығы машина эшләүҙә байтаҡ потенциалға эйә. Бынан тыш, ғилми эшмәкәрлекте лә әүҙем үҫтерә.
Әлеге ваҡытта «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе Волга буйы федераль округында – алдынғы.
Сирек быуаттан ашыу эшләү дәүерендә «Агрокомплекс» форумы агросәнәғәт комплексы техникаһы һәм ҡорамалдары, эшкәртеү сәнәғәте һәм туҡланыу продукттары экспозицияһы өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде.
Былтыр Өфөләге «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 30 төбәгенән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡытайҙан, Голландиянан, Польшанан, Германиянан һәм башҡа илдәрҙән 270-нән ашыу компания ҡатнашты. Ул саҡта экспозицияның дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика