09:24 (UTC+5), 20 Февраля 2017

Башҡортостан — мобиль бәйләнештең арзанлығы буйынса илдә 49-сы урында

mobilecart.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республика мобиль бәйләнештең арзанлығы рейтингында Рәсәй төбәктәре араһында 36-сы урындан 49-сы урынға төштө, тип хәбәр итә РБК-Өфө. Рейтингта мобиль операторҙар хеҙмәте пакетының уртаса хаҡы һәм халыҡтың килеме иҫәпкә алынған.
Былтырғы кеүек үк иң арзан мобиль бәйләнеш Төмән өлкәһендә. Шулай уҡ тәүге өсәү иҫәбенә Мәскәү (быға тиклем һигеҙенсе урынды биләй ине) һәм Иркутск өлкәһе (бынан алда бишенсе урын) инде. Волгоград, Һарытау һәм Киров өлкәләре исемлектең аҙағында килә.
Арзанлыҡ индексының динамикаһы күп осраҡта тарифтарҙың хаҡына ҡарағанда халыҡтың килеме үҙгәреүгә бәйле булды, сөнки «операторҙар хаҡты түгел, йөкмәткене үҙгәртеүҙе өҫтөнөрәк күрә: тарифтарҙы түбән абонент түләүе менән яһай, ләкин күләме буйынса абоненттарҙың талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр пакеты менән тултыра», тип билдәләне тикшереү авторҙары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика