06:53 (UTC+5), 17 Февраля 2017

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү өсөн уҙаҡташ һайланды

wikimapia.org
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты М7 һәм М5 федераль юлдарын тоташтырырға тейешле «Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы» проекты буйынса концессия килешеүен төҙөргә ҡарар итте. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим конкурстың икенсе этаптағы берҙән-бер ҡатнашыусыһы – «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә йүнәлтелә. Килешеүгә майҙа ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Концессия килешеүе Галле урамы киҫелешенән Өфө йылғаһы ярына тиклем 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы ер аҫты туннелен, Өфө йылғаһы аша 2,6 саҡрымлыҡ күпер һәм 14 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлын һалыуға төҙөлә, тип иҫкә төшөрҙөләр комитетта. Сығымдарҙы ҡаплау өсөн яңы юл буйлап йөрөүҙе түләүле итеү күҙаллана. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, проекттың хаҡы – 72 миллиард һумдан ашыу. Инвесторҙың 32 миллиард һум индереүе көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика