06:29 (UTC+5), 17 Февраля 2017

2016 йылда төбәктә мәҙәниәткә 6 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 2016 йылда мәҙәниәт тармағында берләштерелгән бюджет сығымдары 6,324 миллиард һум тәшкил итте. Ошо хаҡта мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Конгресс-холда уҙған ведомство коллегияһы ултырышында белдерҙе.
Волга буйы федераль округында республика халыҡ иҫәбенә бюджет сығымы буйынса етенсе урында (2015 йылда – алтынсы урын) тора.
Федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү буйынса республикала ҙур эш башҡарыла, тип билдәләне министр. Дөйөм алғанда, дәүләт бюджетынан саралар күләме былтыр 120 миллион һум тәшкил итте. Уларҙан муниципаль берәмектәргә 64,4 миллион йүнәлтелде. Бынан тыш, өҫтәмә финанслау шарттарында Башҡортостан ҡаҙнаһынан муниципалитеттарға 26 миллион һум ебәрелде, шул уҡ ваҡытта урындағы бюджеттарҙан өҫтәмә финанслау күләме 30 миллион тәшкил итте.
Оҡшаш өҫтәмә финанслау практикаһынан иң сағыу миҫалдарҙың береһе – балалар сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү эше. 14 муниципаль район һәм ҡаланың 20 мәктәбе өсөн дөйөм 17,5 миллион һумлыҡ 221 музыка ҡоралы һатып алынды. Программа эшләгән осорҙа (2013-2016 йылдарҙа) республиканың 53 муниципаль берәмеге 81 балалар сәнғәт мәктәбе өсөн 66,08 миллион һумлыҡ 428 музыка ҡоралы алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика