12:33 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Баш ҡалала автомобилдәрҙе эвакуациялауға тарифтарҙың артыуы ихтимал

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә автомобилдәрҙе эвакуациялауға тарифтарҙың артыуы ихтимал. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән проектҡа ярашлы, быйыл яҙ автомобилдәрҙе мәжбүри эвакуациялауға һәм һаҡлауға тарифтарҙы арттырыу күҙаллана. Март айында проектты рәсми рәүештә иғлан итеү ҡарала.
Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автомобилде тотҡан өсөн хужаһына 2135,77 һум түләргә тура киләсәк, өҫтәүенә тейәгән-бушатҡан өсөн — хаҡтың өстән бер өлөшө. Штраф туҡталҡаһында һаҡлауҙың бер сәғәте 53,56 һумдан башлана.
Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн мотоцикл һәм мопед хужаларына 1067,88 һум штраф янай, сәғәте — 27,78 һум.
3,5 тоннаға тиклемге транспорт (B һәм D категорияһы) өсөн — 4271,54 һәм 107,12 һум. 3,5 тоннанан ауырыраҡ автомобиль (D,C һәм E категорияһы) өсөн — 8543,08 һәм 214,24 һум. Үтә ҙур машиналар — 10678,85 һәм 267,8 һум.
Эвакуацияға әҙерләнгән автомобиль, хужаһы килеп өлгөргән осраҡта, штраф туҡталҡаһына оҙатылмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика