09:02 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Төбәктә ҡырҡылған урмандар тулыһынса тергеҙелә

http://forestforum.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ҡырҡылған урмандар тулыһынса тиерлек тергеҙелә. 2016 йылда тотош ҡырҡылған майҙандарҙа урманды тергеҙеү 98 процент тәшкил иткән (план буйынса 82 процент). Ошо хаҡта ведомствоның йомғаҡлау коллегияһында республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов хәбәр итте. Ағас әҙерләү күләме 33 процент тәшкил иткән (план буйынса — 31). «Әлеге ваҡытта ҡуртымға алыусылар урман әҙерләү күләмен тулыһынса файҙаланмай. Ылыҫлы ағастарҙы киҫәләр, ә йомшаҡ япраҡлылар етерлек файҙаланылмай. Ҡуртымға алыусыларҙың төп бурысы — килеп тыуған хәлде төҙәтеү», — тип билдәләне министр.
Бер йыл эсендә ведомство инспекторҙары урман фонды биләмәһендә 33 меңгә яҡын патруллек итеү ойошторған, юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 30 тикшереү үткәргән. «2016 йыл менән сағыштырғанда, тикшереүҙәр һаны 10 тапҡырға кәмегән, был бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарата планлы тикшереүҙәр үткәреүгә өс йыллыҡ мораторий ҡабул итеүгә бәйле. Шул сәбәпле быйылғы тикшереүҙәр планына 18 урмандан файҙаланыусы индерелгән», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.
Уҙған йылда республиканың урман хужалығы менән идара итеү системаһы үҙгәртеп ҡоролдо — урман контроленең район-ара территориаль бүлексәләре асылды. Яңынан булдырылған «Урмансылыҡтар менән идара итеү» дәүләт ҡаҙна учреждениеларының бурысы — түләүҙәр буйынса үҙәкләштерелгән иҫәп алып барыу һәм федераль ҡаҙнаны тулыландырыу буйынса планды үтәү, урман фонды менән файҙаланған өсөн бурысты кәметеү һәм бурысты түләтеүҙе ойоштороу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика