Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2017, 09:16

Октябрьскийҙа эсәр һыуҙың сифаты буйынса мәсьәлә хәл ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Октябрьский ҡалаһында уҙған йылда эсәр һыуҙың сифаты буйынса мәсьәлә хәл ителде – яҙғыһын бында яңы һыу менән тәьмин итеү системаһын сафҡа индерҙеләр. Ошо хаҡта 14 февралдә үткән республика Экология министрлығының коллегияһында әйтелде. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
«Октябрьскийҙағы һыу үткәргес кеүек бындай объекттар илдә башҡа сафҡа индерелмәне, тип әйтә алам. Ниһайәт, ҡалала насар һыу мәсьәләһе хәл ителде. Ошондай ҡаҙаныштар йыш осрамай. Һыуҙың ҡатылығы юғары кимәлдә, 17 берәмеккә етә ине. Хәҙер – 8,2. Бына был – мәсьәләне глобаль хәл итеү», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
2016 йылдың мартында 100 меңлек халыҡ йәшәгән ҡала Стивензя йылғаһындағы яңы һыу алыу ҡоролмаһынан таҙа йомшаҡ һыу менән файҙалана башланы. Ул иҫке һыу каналынан ҡаты һыуҙың өстән бер өлөшөнә ҡушыла. Ҡоролманың тағы ла бер сираты төҙөлә, ул ағымдағы йылдың аҙағында һыу менән тәьмин итеүҙе тулыһынса Стивензя йылғаһындағы һыу һаҡлағысына күсерергә мөмкинлек бирәсәк.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: