07:40 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Күмертауҙа инвестиция проекттарында файҙаланылған ергә һалым бөтөрөлдө

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа инвестиция проекттарында файҙаланылған ергә һалым тулыһынса бөтөрөлдө. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмә статусы ҡала Советы депутаттарына шундай ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирҙе.
Ергә һалымды бөтөрөү ҡала округы биләмәһендә урынлашҡан ер участкаларына ҡағыла. Уларҙы 10 йыл дауамында инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн файҙаланыу күҙаллана, тағы ла биш йылға оҙайтырға мөмкин.
Күмертауҙа социаль-иҡтисади яҡтан тиҙ үҫеүсе биләмә резиденттары өсөн башҡа льготалар ҙа ҡаралған. Ойошмалар табышына һалым: тәүге биш йылда — 20 урынына 5 процент, киләһе биш йыллыҡ — 10 процент. Бюджеттан тыш фондтарға бүленгән сумма — 30 урынына 7,6 процент; мөлкәткә һалым — 2,2 урынына 0 процент.
Күмертауҙа инвестиция проекттарын бойомға ашырыу өсөн буш торған биналар һәм ер участкалары күп, «Воротынов» индустриаль паркы булдырыла, тип иҫкә төшөрҙөләр хакимиәттә. Ҡала округында ергә һалым участканың кадастр хаҡынан 0,3-1,5 процент тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика